Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.57 ↓

EUR 70.38 ↑

11 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан һалымсылары граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты яҡынлашып килгәнлектән, шулай уҡ халыҡҡа милек һалымы һәм физик берәмектәр килеменә һалым тураһында мәғлүмәт биреү акцияһы барышында Башҡортостан Республикаһының һалым органдары граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора.

Һалым түләүселәргә уңайлы булһын өсөн акцияны 2019 йылдың 8 ноябренән 1 декабренә тиклем йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Өфөнөң һәм республиканың сауҙа комплекстарында уҙғарыу күҙаллана.

Сара барышында 2018 йыл өсөн милек һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙын алырға, физик берәмектәргә милек һалымын иҫәпләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса кәңәшләшергә, бюджет алдында бурыстың булыу-булмауын белергә мөмкин.

Бынан тыш, теләгәндәргә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет» интернет-сервисына инеү мөмкинлеге бирелә, уның ярҙамында иҫәпләнгән һәм түләнгән һалым, бурыс тураһында мәғлүмәт алырға, белдереү ҡағыҙҙарын, һалым түләү өсөн квитанцияларҙы баҫтырып сығарырға була. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк.

Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бында.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2018 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты 2019 йылдың 2 декабрендә тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1376128-nalogoviki-bashkirii-provedut-vyezdnye-priemy-grazhdan-/              

Теги: һалым
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть