Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71 ↓

EUR 70.75 ↓

7 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә актерҙар «Йөрәк һүҙе» конкурсында төп бүләк – автомобиль өсөн көрәшә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсының финалы була. Башҡорт телендәге шиғри бәйге 9 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Быйыл конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышлана. Төп бүләк — автомобиль өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат.

Тәүге тапҡыр конкурста актер һәм режиссер белеменә эйә булғандар ғына ҡатнаша. Улар араһында башҡорт һәм татар театрҙарының танылған актерҙары – Суфия Ҡорбанғәлиева, Нәғим Нурғәлин, Римма Ҡаһарманова, Илгиз Таһиров, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Фәнис Рәхмәтов, Зөлфиә Хәлилова, Шәһитулла Хамматов, алып барыусылар Земфира Байбулдина, Фәрүәз Урманшин һәм башҡалар. Бәйгенең комментаторҙары булып, ғәҙәттәгесә, Фирҙәт Ғәлиев һәм Александр Кузьменко сығыш яһай.

«2019 йылда тотош илебеҙ менән Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт драматургияһының аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын һәм бер үк ваҡытта Театр йылын билдәләйбеҙ, — тине проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова. — Мин, ошо проекттың авторы һәм етәксеһе булараҡ, шиғри бәйгене актерҙар һәм режиссерҙар араһында үткәрергә булдым. Был минең өсөн бик мөһим ине, сөнки, минеңсә, театр тамашасыһы һәм Театр Ғали йәнәптәре быйыл айырым иғтибарға лайыҡ. Проектыбыҙҙы яратыусылар был ҡарарҙы аңлап ҡабул итер тип ышанам».

Беренсе бүлектә юбиляр шағирҙың шиғырҙарын һөйләһәләр, икенсеһендә ирекле тема һәм теләгән авторҙы һайлау мөмкинлеге бирелгән. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Һүҙ оҫтаһы» һәм «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләйҙәр.

«Йөрәк һүҙе» проекты халыҡ трибунаһына әүерелгән тиергә мөмкин. Форматы — дуэль, алыш, унда еңеүсе һәм еңелеүсе булырға тейеш, — ти Наилә Сәфәрғолова. — Маҡсатым — башҡорт телен пропагандалау һәм популярлаштырыу, уны яҡлау. Ошондай сараны исем өсөн түгел, ә ысын йөрәктән уҙғарырға кәрәк. Шуға ла «Йөрәк һүҙе»ндә талаптар юғары, шарттар ҡатмарлы һәм, әлбиттә, лайыҡлы бүләктәр».

http://www.bashinform.ru/news/1375670-v-ufe-aktery-bashkirskikh-teatrov-vyydut-na-poeticheskiy-poedinok-slovo-serdtsa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть