Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Йәшлек-шоу» республика фестивале яңы йырҙар башҡарыусыларҙы саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Йәшлек-шоу — 2019» республика йәштәр фестиваленә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Быйыл фестиваль йәнә иң әүҙем, ижади йәштәрҙе берләштерә һәм иң шау-шыулы, сағыу, дарманлы тамаша булырға вәғәҙәләй, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Унда эстрада башҡарыусылары – 16-нан алып 27 йәшкәсә солистар һәм төркөмдәр ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы 30 октябргә тиклем фестивалдең рәсми почтаһына ебәрергә кәрәк: yashlek.show2019@gmail.com.

Ғаризала «тере» тауыш менән башҡорт телендәге йырҙың видеоһы; тултырылған анкета; юғары сифатлы өс фотоһүрәт һәм башҡорт телендә яҙҙырылған әҙер йыр булырға тейеш. Төп шарт – йырҙың бығаса яңғырамауы.

Иң яҡшыларҙы ойоштороусылар командаһы Өфөгә тыңлауға саҡыра. Финалсыларҙың береһе «Бәйләнештә» социаль селтәрендә тамашасыларҙың тауыш биреү юлы менән һайлап алына.

«Йәшлек шоу — 2019» гала-концерты 14 ноябрҙә була. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50. Фестивалдең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмө: https://vk.com/yashlek.show2019.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады ойошторған сара республиканың күп милләтле йәштәренә рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә, уларҙың ижади кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1370097-respublikanskiy-molodezhnyy-festival-yeshlek-shou-priglashaet-ispolniteley-novykh-pesen/                              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть