Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Алтын бишек» конкурсы еңеүсеһе өсөн трактор Учалы районына юллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында «Алтын бишек» конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр «Рәсәй 1 — Башҡортостан» телеканалында бүләкләнде. Тура эфирҙа иң яҡшы ҡатнашыусыларға бағыусыларҙан мини-трактор һәм телевизорҙар тапшырылды, шунан һуң еңеүселәр журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

«Алтын бишек» конкурсы бер нисә йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл ул республиканың 100 йыллығына бағышланды. Башҡортостандың биш районынан алты ауыл халҡы ҡатнашты. Телевидениеның ижади төркөмө һәр ауылға барып, хеҙмәт кешеләренең тормошо тураһында репортаж төшөрҙө. Дәүләт телерадиокомпанияһы сайтында халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы еңеүсе булды – ошо ауыл өсөн 27294 тамашасы тауыш бирҙе.

«Был конкурста ҡатнашыу ауылыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһын да берләштерҙе. Беҙҙең өсөн янып-көйгән һәм тауыш биргәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Экологик акцияларҙы даими үткәрәбеҙ, трактор беҙгә бик кәрәк», — тип билдәләне Амангилде ауыл советы башлығы Илдар Килмөхәмәтов.

«Иң яҡшы ғаилә-2019» номинацияһында Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан Насировтар ғаиләһе еңеү яуланы. Улар өсөн 8 534 кеше тауыш бирҙе.

«Ғаиләлә иң мөһиме – бер-береңде хөрмәт итеү һәм аңлау. Ғаиләбеҙҙә дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйбеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ медицина колледжын тамамлап, Магнитогорск дауаханаһында эшләп йөрөй, икенсе ҡыҙыбыҙ — ошо уҡ колледж студенты. Тағы ике ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ мәктәптә уҡый», — тип һөйләне Ғәлиә һәм Сәлих Насировтар.

«Алтын ҡулдар» номинацияһында беренсе урынды Әбйәлил районынан Гөлйөҙөм Сафина алды. Ул – буҙа ҡойоу оҫтаһы. Республиканың һәр районында буҙаны үҙҙәренсә әҙерләйҙәр. Гөлйөҙөм дә үҙ рецебы менән бүлеште – ул эсемлеккә һыйырҙың эс майын ҡуша.

«Буҙаны бала саҡтан эшләйем. Элек әсәйем әҙерләй ине, аҙаҡ мине лә өйрәтте. Был — шифалы эсемлек, бик күп сирҙәрҙән дауа», — тине Гөлйөҙөм Сафина.

«Ауылды һаҡлаған өсөн» махсус бүләге Тәтешле районының Шүлгән ауылына тапшырыла.

«Ауылыбыҙ тауҙар араһында урынлашҡан, тәбиғәт бик матур. Райондың иң төҙөк ауылдарының береһе, беҙҙә эш һөйөүсән халыҡ йәшәй. Беҙҙең хатта төрлө сараларға һәм халыҡ байрамдарына йәм өҫтәгән оркестрыбыҙ ҙа бар», —  ти ауыл советы башлығы Ынйы Бәҙретдинова.

http://www.bashinform.ru/news/1369901-traktor-dlya-pobeditelya-konkursa-altyn-bishek-otpravlyaetsya-v-uchalinskiy-rayon/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть