Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Өфө районында «Өфөмебель» компанияһының етештереү цехтарын ҡараны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфө районына эш сәфәре Михайловка ауылынан башланды. «Өфөмебель» компанияһының төп етештереү цехтары ошонда урынлашҡан. Республика етәксеһе быйыл март айында Ҡариҙел районында был предприятиеның эше менән танышҡайны инде. Унда ла компанияның ағастан йыһаз эшләү майҙансыҡтары бар.

Радий Хәбиров предприятиеның йорт һәм офистар өсөн мебель, мәктәптәр өсөн өҫтәл-ултырғыс яһау цехтарын ҡарап сыҡты, продукцияның хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.

Компания хужаһы Виктор Кочубей республика етәксеһенә 1998 йылда нигеҙ һалынған предприятиела бөгөн 550-нән ашыу кеше эшләүе хаҡында һөйләне. Милексе һүҙҙәренсә, улар республика мәктәптәрен сифатлы йыһаз менән менән тәьмин итергә әҙер, бының өсөн компанияла бөтә шарттар бар.

«Өфөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Филиппов журналистарға күптән түгел уларҙың предприятиеһы Өфө районының Чесноковка ауылындағы яңы мәктәпте мебель менән тәьмин итеү өсөн тендерҙа еңеп сығыуы тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул балалар баҡсаһы менән берләштерелгән һәм 640 уҡыусыға иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһы иһә 160 урынлыҡ. Мәктәп быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Төҙөүселәр үҙҙәренең эштәрен тамамлағас, компания парталар, ултырғыстар, шкафтар һәм башҡа йыһаздар килтерә башлай.

Виктор Кочубей һүҙҙәренсә, уларҙың компанияһы ғорурлана алырлыҡ проекттарҙың береһе — Новосибирскиҙа Себер федераль университетын мебель менән тәьмин итеү. Ул саҡта контракттың суммаһы 120 миллион һум тәшкил иткән. Ләкин бөгөн был баҙарҙа эшләүе бик ауыр.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер федераль закон шундай: тендерҙа сифатлы продукциялы түгел, ә иң түбән хаҡ тәҡдим иткән компаниялар еңеп сыға. Һуңынан был йыһаздарҙы капиталь төҙөлөш идаралығы эшселәре йәки хатта уҡытыусылар, ата-әсәләр еренә еткереп эшләй. Бындай мебель ни бары бер-ике йыл файҙаланыуға иҫәпләнгән», — тип билдәләне Виктор Кочубей.  

http://www.bashinform.ru/news/1369773-radiy-khabirov-v-ufimskom-rayone-osmotrel-proizvodstvennye-tsekha-kompanii-ufamebel/

                                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть