Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан илебеҙ автомобилдәре һаны буйынса төбәктәр араһында өсөнсө урынды алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан илебеҙ автомобилдәре һаны буйынса Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбендә өсөнсө урынды алды, тип хәбәр итә «Автостат» аналитика агентлығы. 1 июлгә республикала Рәсәй автомобиль сәнәғәте сығарған 618,3 мең дана машина иҫәпләнә.

Рейтингта беренсе урында — Краснодар крайы (764,7 мең берәмек), икенсе урында — Мәскәү өлкәһе (651,1 мең берәмек), өсөнсөлә — Башҡортостан (618,3 мең берәмек). Мәскәү дүртенсе баҫҡысты биләй: баш ҡалала ошондай 590,9 мең еңел машина бар.

Июль башына Рәсәйҙә илебеҙҙә етештерелгән 16,6 миллион еңел машина теркәлгән, был – бөтә автопарктың 37,6%. Тәүге 10 иҫәбенә ингән төбәктәр араһында илебеҙ машиналарының иң күп өлөшө Дағстанда файҙаланыла  (74,1%). Беҙҙең илдә Рәсәй автомобилдәре сит илдекенә ҡарағанда күберәк булған бөтәһе 22 төбәк иҫәпләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1369824-bashkiriya-zanyala-trete-mesto-sredi-regionov-po-chislu-otechestvennykh-avtomobiley/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть