Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе ҡалаһында Башҡорттар йорто барлыҡҡа килеүе ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Утыҙ меңгә яҡын башҡорт йәшәгән Силәбе ҡалаһындағы милли кафела Башҡорттар йорто барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Уралым» гәзитенең баш мөхәррире Нурия Иҡсанова хәбәр итте.

Башҡорт аш-һыуы кафеһын асыу ысын байрамға әүерелде. Тантанаға Силәбенән, өлкә райондарынан һәм күрше Башҡортостандан халыҡ йыйылды. Кафеға уның хужабикәһе Рита Хөсәйенованың әсәһенең тыуған төйәге – Ҡоншаҡ районының Ҡунаҡбай ауылы хөрмәтенә «Бай ҡунаҡ» тигән исем биргәндәр.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин сараны Көньяҡ Урал башҡорттары тарихында әһәмиәтле ваҡиға тип атаны. Ул кафела башҡорт ризыҡтарын һатыу, республика тауар етештереүселәрен йәлеп итеү тәҡдимен индереп, хужабикәһенең барлыҡ башланғыстарына ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын әйтте.

Сара ҡунаҡтары башҡорт кафеһын үҫтерергә ярҙам итергә теләк белдерҙе. Атап әйткәндә, продюсер үҙәге директоры Илдар Хөснөтдинов бында милли дискотекалар үткәрергә әҙер. Асылған көндә ул үҙенең командаһы менән байрам концерты әҙерләне.

«Башҡорт һылыуҡайы» конкурсы лауреаты Румия Минһажева бында селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға ниәтләй. Ҡоншаҡ районы Ҡаҙаҡбай ауылынан Рәмзиә Әхмәтова кафела башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары осрашыуҙарын уҙғарырға уйлай.

Рита Хөсәйенова һөйләүенсә, бөгөн менюҙа бишбармаҡ, йыуаса (майҙа ҡыҙҙырып бешерелгән ҡамыр ризығы), өлөш, туҡмас кеүек башҡорт аш-һыуы бар. Күпмелер ваҡыттан һуң йылҡы итенән деликатестар, милли эсемлектәр — буҙа һәм ҡымыҙ, башҡорт балы булыр тип күҙаллана.

Сарала ҡатнашыусылар кафе теләгән һәр кем үҙенең ижади ҡеүәтен аса алған «Башҡорттар йорто» исеменә дәғүә итә тигән фекер белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1369752-v-chelyabinske-mozhet-poyavitsya-dom-bashkir-/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть