Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала тәьмин итеүселәр ҡарабойҙайҙың ҡиммәтләнеүен хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда тәьмин итеүселәр ҡарабойҙай ярмаһына хаҡты күтәрҙе. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин һүҙҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Бөгөн яҡынса 15% артыу теркәлә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.

«Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, кисә уны 46 һумдан алды», —  тип аңлатты Ғиндуллин.

Шуға ҡарамаҫтан, ҡиммәтләнеүгә бәйле, республиканың сауҙа селтәрҙәрендә ҡарабойҙай ярмаһы тирәләй шау-шыу юҡ. Әлегә хаҡты арттырыуҙың сәбәбе хәбәр ителмәй.

http://www.bashinform.ru/news/1369711-v-bashkirii-postavshchiki-soobshchili-ob-udorozhanii-grechki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть