Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына эш аҙнаһын ҡыҫҡарталар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһын индереүҙе хупланылар. Яңылыҡты Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш трафигы булған урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға арттырылған хеҙмәт хаҡы гарантиялай. Уҡыуҙарҙан һуң проектҡа тағы бер өҫтәмә индерҙеләр – закон үҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын арттырыу күләме кәмергә тейеш түгел.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмаған.

http://www.bashinform.ru/news/1369503-zhenshchinam-na-sele-sokratyat-rabochuyu-nedelyu-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть