Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Тамыр» телеканалының ике проекты — «ТЭФИ-Регион» Бөтә Рәсәй телеконкурсы финалсылары

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ставрополдә «ТЭФИ-Регион» телеконкурсы финалсыларын иғлан иттеләр. Быйыл тотош Рәсәйҙән 120-нән ашыу телекомпания Орфей өсөн көрәшә. Конкурсҡа бөтәһе 500-ҙән артыҡ эш килде, 453-ө ҡатнашыуға рөхсәт алды.

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының ике проекты «ТЭФИ-Регион 2019» Бөтә Рәсәй телеконкурсының финалына сыҡты. Республика тамашасылары яратып өлгөргән «Әлләсе» телеуйыны «Күңел асыу программаһы» номинацияһында иң көслө өсәү иҫәбенә инде. Ә «Телевидение һәм тормош: Махсус проект» номинацияһында «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы «ТЭФИ-Регион» финалсыһы тип танылды.

«ТЭФИ-Регион»дың изге һуҡмағына «Тамыр» телеканалы 2006 йылда уҡ аяҡ баҫты. Ул саҡта беҙ республикаға «Ҡоралай» фильм-әкиәте өсөн тәүге бронза Орфейҙы алып ҡайттыҡ, — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Шул ваҡыттан алып 13-сө йыл беҙҙең өсөн мөһим конкурсҡа киләбеҙ һәм ҙур тулҡынланыу менән көтәбеҙ, еңеү яуларбыҙ тип ышанабыҙ. Һәм яулайбыҙ!».

Үҫмерҙәр өсөн «Әлләсе» тигән башҡорт телендәге яңы телеуйын республикала популярлыҡ яуланы. Уйында ике команда ҡатнаша. Һәр командала дүртәр кеше. Алып барыусы, карта, стилләштерелгән фишкалар, ике комплект карточка. Төп шарты – бер минут эсендә үҙ командаңа һүҙҙәрҙе аңлатыу. Ҡайһы команда Башҡортостандың баш ҡалаһына иң беренселәрҙән барып етә – шул еңеүсе. Команда капитандары – балалар, ҡатнашыусылар – республикала танылыу яулаған йәштәр. Проекттың режиссеры – Әҙилә Һөнәрғолова, мөхәррир – Ләйсән Усманова, рәссамдар – Айгөл Бикбаева һәм Айрат Арыҫланов.  

«Бирешмә!» премияһы батырлыҡ һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән, тормоштағы ауыр хәлдәрҙе еңеп сыҡҡан һәм уңышҡа өлгәшкән балаларҙы данлай, уларға рәхмәт белдерә. Премияны үҫмерҙәр —  республикала популяр «Бирешмә!» телесериалы геройҙары үҙҙәре уйлап тапҡан. Проекттың режиссеры – Гөлсәсәк Игебаева, башҡарма продюсеры – Гөлшат Ғәлиуллина. Телеканал коллективы киләһе «Бирешмә!». премияһын иғлан итергә әҙерләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1369433-dva-proekta-telekanala-tamyr-stali-finalistami-vserossiyskogo-telekonkursa-tefi-region/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть