Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Рәсәй энергетика форумы үҙ эшен башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Өфөлә 25-се «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһы уҙҙы. Унда үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең энергетика һәм электр техникаһы ҡорамалдарын уйлап табыусылар, етештереүселәр һәм һатыусылар килде. Экспозицияла Рәсәйҙең 25 төбәгенән һәм донъяның ете иленән — Германиянан, Швейцариянан, Франциянан, Чехиянан, Польшанан, Ҡытайҙан һәм Белоруссиянан 130 компания үҙ стендтарын урынлаштырҙы. Күргәҙмә менән бер үк ваҡытта Өфөлә, ғәҙәттәгесә, Рәсәй энергетика форумы бара, уның эшендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән тармаҡтың төп эксперттары ҡатнаша. Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов форумды асыу тантанаһында республикала энергетиканы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.

«Беҙ ҡояш электр станцияларын әүҙем төҙөйбөҙ. Төбәктә ҡояш генерацияһының дөйөм ҡеүәте 44 мегаватҡа еткән. Башҡортостанда бәләкәй ГЭС-тар төҙөлә», — тине Рәйеф Әбдрәхимов.

Башҡортостанда 2015 һәм 2016 йылдарҙа энергияға ҡытлыҡ булған Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында асылған Бөгөлсән, Бүребай ҡояш электр станциялары эшләй. 2017 йылдың аҙағында Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы үҙ эшен башланы. Киләсәктә Бөрйән һәм Стәрлебаш райондарында дөйөм ҡеүәте 35 МВт ҡояш электр станцияларын төҙөү планлаштырыла.

Форум барышында ҡояш энергетикаһын үҫтереү буйынса ултырыш була һәм Өфө мәктәптәренең береһе ҡыйығында өйрәнеү өсөн ҡояш станцияһын ҡуйыу проекты ғәмәлгә ашырыла. Уны Германияның Сит ил эштәре министрлығы финанслаған.

http://www.bashinform.ru/news/1369369-v-ufe-nachal-svoyu-rabotu-rossiyskiy-energeticheskiy-forum/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть