Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө мэрияһында ҡаланы Яңы йылға әҙерләү тураһында һөйләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә Яңы йылға 20 шыршы ҡуйыу күҙаллана. Шуларҙың икәүһе баш ҡалала – Ленин һәм Салауат Юлаев майҙандарында, 18-е – райондарҙа. 22 октябрҙә мэриялағы оператив кәңәшмәлә улар буйынса иллюминация концепцияһы һәм Ленин майҙанында – ысын, ә Салауат Юлаев майҙанында яһалма шыршы ултыртыу хаҡында хәбәр иттеләр.

Шулай уҡ боҙ ҡаласыҡтарын биҙәүҙең дизайн-проекты әҙерләнә.

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ваҡыттың шәп үтеүен һәм әҙерлек эштәрен тиҙләтергә кәрәклеген билдәләне.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова Яңы йыл алдынан ҡала предлприятиелары һәм учреждениелары араһында «Байрамса Өфө» конкурсын үткәреү тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер ойошмаларҙан ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Йомғаҡ 30 декабрҙә яһала: беренсе урын өсөн еңеүсегә – 150 мең һум һәм иҫтәлекле статуэтка, икенсегә – 100 мең һум, өсөнсөгә 50 мең һум тапшырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1369392-v-merii-ufy-rasskazali-o-podgotovke-goroda-k-novomu-godu/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть