Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала ОРВИ менән сирләү осраҡтары арта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың «Роспотребнадзор» идаралығынан киҫкен респиратор инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күбәйеүе тураһында хәбәр иттеләр. Грипп теркәлмәй. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбәнерәк.

Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы уҙғарыла. Бөгөнгә 817 мең кеше прививка эшләткән, уларҙың 178,9 меңе – балалар.  Ведомствола билдәләүҙәренсә, был вакциналар быйыл айырыуса актуаль булған вирус штамдарынан һаҡлай.

Эпидемия миҙгелендә республикала 418 мең балаға һәм 1,4 миллион өлкән кешегә киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана. Ғәҙәттәгесә, грипп эпидемияһы ғинуар-мартта күҙәтелә, табиптар декабрь аҙағынаса прививка эшләтергә кәңәш бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1369274-v-bashkirii-rastet-zabolevamost-orvi/

Теги: ОРВИ, грипп
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть