Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Ҡурай даны» телепремияһы еңеүселәрен бүләкләйҙәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Ҡурай даны» милли телепремияһы еңеүселәрен бүләкләйҙәр. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 5 ноябрҙә була.

«Ҡурай даны» телепремияһы номинанттары — беҙҙең заман геройҙары, үҙ эшенең оҫталары. Телепремияға дәғүәселәрҙең береһе — меценаттар, хәйриәлек менән шөғөлләнгән кешеләр. «Ҡурай даны» геройҙары иҫәбендә тормошон яратҡан һөнәренә арнағандар ҙа бар. Әйтәйек, ғүмере буйына трамвай йөрөткән машинист ханым. Уның өсөн иң мөһиме — пассажирҙарҙы ваҡытында һәм имен-һау алып барып ҡуйыу.

«Тап ошондай геройҙар «Ҡурай даны» телепремияһына дәғүә итә лә инде. Һәр геройҙың үҙенең тарихы, тормош юлы, билдәләгән маҡсаттары һәм уңыштары. Улар үҙҙәре, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләргә яратмай, күптәре оло эш башҡарабыҙ тип уйламай. Ә беҙ уларҙы ваҡытында күрергә һәм уларға тиңләшергә тейешбеҙ», — ти проект етәксеһе Рита Өмөтбаева.

«Ҡурай даны» көмөш миҙалы хужаларын телетамашасылар һайлай. Әлеге ваҡытта тауыш биргәндәрҙең дөйөм һаны – 47 мең кеше.

Байрамда «Ҡурай-ТВ»ның 10 йыллығы уңайынан башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Марсель Ҡотоев, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Рәүеф һәм Заһир Иҫәнсуриндар, Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Ришат Төхвәтуллин, «Zainetdin» этно-проекты, Рөстәм Ғиззәтуллин, «Карауанһарай», «Арғымаҡ» төркөмдәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштары көтөлә.

«Ҡурай даны» телепремияһы 2018 йылда «Ҡурай-ТВ» телеканалы башланғысы менән булдырылған. Телепремияға 70 кеше күрһәтелгән. Уларҙы «Ҡурай» каналы тамашасылары тәҡдим иткән. Йыл дауамында «Ҡурай-ТВ» телеканалы һәр номинант тураһында һүрәтләмәне эфирға сығарҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1369011-v-ufe-nagradyat-pobediteley-telepremii-kuray-dany-/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть