Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 2020 йыл рәсми рәүештә Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2020 йыл республикала Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде.

Документ тораҡ пункттарҙың эстетик тышҡы йөҙөн формалаштырыу һәм төҙөкләндереү кимәлен күтәреү, халыҡтың уңайлы йәшәүе өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән (газондар, тротуарҙар, ҡоймалар, яҡтыртыу күҙ уңында тотола).

Указ буйынса, республика хөкүмәте — ойоштороу комитеты составын һәм Тораҡ пункттар эстетикаһы йылын үткәреү буйынса саралар планын раҫларға, ә муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре урындағы ойоштороу комитеттарын булдырырға, тейешле план төҙөп, сараларҙы уҙғарырға тейеш.

Документҡа ярашлы, йәмәғәт берекмәләре алдында йәмғиәттә төҙөкләндереү һәм уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныуҙы формалаштырыу һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштереү бурысы тора.

Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың 2020 йыл өсөн тема тәҡдим итеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

«Йылды ниндәйҙер абстракциялар менән атамаҫҡа, ә уны халыҡтың мәнфәғәттәренә яуап биргән аныҡ, аңлайышлы эштәргә арнарға тигән тәҡдимебеҙ бар. Граждандарҙы борсоған мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Тирә-яҡ — төҙөкләндереү, ҡалаларҙа, ауылдарҙа уңайлы мөхит бик мөһим», — тине республика башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1368924-v-bashkirii-2020-god-ofitsialno-obyavlen-godom-estetiki-naselennykh-punktov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть