Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары 7,1% кәмене

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Ағымдағы йылдың 9 айында Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 104,6% тәшкил итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестең 102,7% кимәлендә икәнен иҫәпкә алғанда, бының бик һәйбәт күрһәткес булыуын белдерҙе. Республиканың төҙөлөш комплексы күрһәткестәрен 2,7% яҡшыртты. Торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 1,5 миллион квадрат метрҙан ашты, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 11% күберәк. Агросәнәғәт комплексында ыңғай тенденцияны һаҡлап ҡалыуға өлгәшелә, тип билдәләне республика етәксеһе. Ләкин, уның һүҙҙәренсә, күрһәткестәр үҫешенә сығырға кәрәк.

«Үҙебеҙҙең тәжрибәне, тәжрибәле кадрҙарҙың булыуын иҫәпкә алып, бында тағы ла әүҙемерәк эшләргә тейешбеҙ. Республика аграрийҙарға ярҙам күрһәтергә әҙер», —
тине Радий Хәбиров, хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахмановҡа мөрәжәғәт итеп.

Башҡортостанда халыҡтың үлем осраҡтары 3,8%  кәмене.

«Күрелгән саралар комплексы беҙгә 3 меңгә яҡын кеше ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирҙе. Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыу осраҡтары 8,8% кәмене. Йәнә бер һан ҡыуандыра — хәмерҙән ағыуланып үлеү 7,1% аҙайҙы. Ә Рәсәйҙә был күрһәткес 14% артты, һәм, был, әлбиттә, шатландырмай. Был беҙҙә хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың, муниципалитет башлыҡтарының, йәмәғәт ойошмаларының эштәре етди һөҙөмтәгә килтереүе хаҡында һөйләй», — тине республика башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1368761-v-bashkirii-smertnost-ot-otravleniya-alkogolem-snizilas-na-7-1/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть