Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Яңы резидент «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә балалар аҙығы етештереү өсөн 6,5 миллион һум һала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

«Рацион» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең 13-сө резиденты булырға йыйына. Предприятие балалар өсөн юғары дәрәжә әҙерлекле ярымфабрикаттар етештерергә ниәтләй. Проект 6,5 миллион һум күләмендә инвестиция һалыуҙы һәм 30 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ултырыш йомғаҡтарына ярашлы, комиссия ошо проект буйынса ыңғай ҡарар ҡабул итте.

Өҫтөнлөктәр бөтә резиденттар өсөн дә стандарт. Тәүге биш йылда килемгә һалымдың төбәк өлөшө нулгә тиң була. Икенсе биш йыллыҡта — 5%. Бынан тыш, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе осоронда страховка взностары буйынса льготалар һаҡлана. «Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе» статусы 10 йыл ғәмәлдә була.

http://www.bashinform.ru/news/1368716-v-toser-kumertau-13-rezident-gotov-vlozhit-6-5-mln-rubley-v-proizvodstvo-detskogo-pitaniya-/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть