Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәтте нисек яҙырға

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.

Социаль селтәрҙәрҙә республика башлығы Радий Хәбировтың бик күп ялған аккаунттары барлыҡҡа килде. Уларҙа Башҡортостан етәксеһе исеменән ялыуҙар йыйыла һәм төрлө вәғәҙәләр таратыла, ләкин бер кемдә уларҙы үтәргә йыйынмай. Кем һәм быны ниндәй маҡсат менән эшләй – билдәһеҙ. Унда комментарийҙарҙы бер кем дә контролдә тотмай һәм Радий Хәбиров уларҙы күрмәй.

Әгәр һеҙ ысынлап та республика башлығына социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итергә теләһәгеҙ, уның «Бәйләнештә», «Инстаграм», «Класташтар» йәки «Фейсбук»тағы рәсми сәхифәләрен файҙаланығыҙ. Башлыҡ хакимиәте ҡарамағындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәрҙәре унда мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алып бара һәм мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша.

Радий Хәбировтың бөтә сәхифәләре лә верификацияланған, йәғни социаль селтәр хакимиәте уныҡы икәненә ышанған. Верификацияланған аккаунттарҙа исем янында күк төҫтәге билдә тора. Был ябай һүрәт кенә түгел – әгәр уға курсорҙы яҡыныраҡ килтерһәк, «Раҫланған профиль» йәки «раҫланған сәхифә» тигән яҙыу сыға. Бының нисек икәнен түбәндәге һүрәттә ҡарағыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1368714-kak-napisat-obrashchenie-radiyu-khabirovu/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть