Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Шишмә районының Келәш ауылында Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан тантаналы саралар уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

20 октябрҙә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылы республиканың мәҙәни тормошо үҙәгенә әүерелде. Был көндө яҙыусының тыуған яғына күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уның ижадын һөйөүселәр, яҙыусылар, шағирҙар Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алырға йыйылды.

Төп ваҡиғалар ауылдың үҙәк урамында – Мостай Кәрим урамында уҙҙы. Ҡунаҡтарҙы «Илһам шишмәһе»ндә – ҡырҡ йыл элек шағир үҙе иҫән сағында уҡ ҡаҙылған ҡоҙоҡ янында ҡаршы алдылар. Шунан һуң ҡунаҡтар Келәш ауылы мәктәбенә юлланды, ихатала исемле ағастар – миләш һәм йүкә үҫентеләре ултыртты, ә уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.

Публицист, шағир, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов Мостай Кәрим тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

«Бер осраҡ иҫемдә ҡалған. Мостай Кәрим менән ағас ултыртҡанда ул: «Үҫ, ағас, ә беҙ һинең турала уйларбыҙ һәм хәстәрлек күрербеҙ», – тигәйне. Уның шундай мөнәсәбәте башҡорт мәҙәниәтенә лә хас. Йәштәрҙең ижадын уның кеүек күҙәтеп барған, яҡлаған, уларҙың әҫәрҙәрен уҡыған, рецензиялар яҙған башҡа шағирҙы табыуы ҡыйын. Ул ғүмере буйына шуның менән шөғөлләнде», —  тине Айҙар Хөсәйенов.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев «республикабыҙҙа һәм тотош илдә Мостай Кәримдең йөҙ йыллығын билдәләүгә арналған күләмле саралар уның исемен мәңгеләштереү йәки уны оло шәхес итеп таныу менән генә бәйле түгел» икәнен билдәләне.

«Был – Рәсәй мәҙәниәтендә уҡыу яғына йүнәлеш алған бәйле яңы боролош. Иң яҡшы ысул – ваҡиғалар, медиа аша халыҡҡа китапты кире ҡайтарыу. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре, режиссерҙар Александр Галибиндың («Һеңлекәш») һәм Айнур Асҡаровтың («Өс таған») эштәренән күренеүенсә, тулы масштаблы картиналарҙа еңел һүрәтләнә. Хәҙер кешеләр фильмды ҡарағандан һуң китап алырға бара. «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» — һанлы быуындың йөрәгенә асҡыс тип уйлайым», — тине Шамил Вәлиев.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Мостай Кәримдең юбилейы йылы һәм өйҙәге кеүек ябай үтеүен билдәләне.

Байрам ҡунаҡтары араһында Мостафа Сафа улының ауылдаштары ла бар ине. Уларҙың һәр береһе, үҙҙәре әйтеүенсә, шағирҙың изге һүҙен, ҡарашын тойған, аҡыллы кәңәше алған. Мостай Кәримдең урындағы хужалыҡҡа уңыш йыйырға ярҙам итеү өсөн техника һатып алғанын хәтерләүселәр ҙә бар. Ауыл халҡы Мостай Кәримдең хәҙер ҙә яҡташтарына бүләктәре өсөн шатланыуын йәшермәй. Улар – ауылды төҙөкләндереү, яңы мәҙәниәт йорто.

Байрамда Рәсүл Ғамзатовтың ҡыҙы Салихат Ғамзатова ла ҡатнашты.

«Рәсүл Ғамзатов «Ярай әле, Мостай, һин эргәлә, /Тоғро дуҫ та, ысын шағир ҙа» тигән шиғыр яҙғайны. Шағирҙар хаҡында шулай тиҙәр, сөнки улар үҙҙәренең ижады менән халҡының юлын яҡтырта һәм һәр кешегә ярҙам иткән әхлаҡи нигеҙ бирә. Мин Башҡортостанға килдем һәм үҙемде туғандарыма килгән кеүек итеп тоям: бында мине һәйбәт беләләр һәм яраталар. Атайыма рәхмәтлемен: мин дә элек белмәгән һәм миңә изге мөнөсәбәттә булған дуҫтар таптым», —  тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Ленара Иванова ла байрам ҡунаҡтарына тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.

Мостай Кәрим фонды директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова атаһының Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан килгән дуҫтарына тантаналарҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡунаҡтар араһында шағирҙар Ринат Харис, Роберт Миңнуллин, Ҡәҙим Аралбай һәм башҡалар бар ине.

http://www.bashinform.ru/news/1368665-nash-na-vse-sto-kak-prazdnovali-den-rozhdeniya-mustaya-karima-na-ego-rodine/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть