Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Аналитиктар Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡын иҫәпләп сығарҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (Башстат) 2019 йылдың сентябрендә иҡтисад секторҙарында хаҡтарҙың үҙгәреүе буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Аналитиктар минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡын иҫәпләне. Баҡтиһәң, Башҡортостанда йәшәүсегә айлыҡ аҙыҡ-түлек запасы өсөн 3651,53 һум кәрәк.

Ҡулланыусылар кәрзиненән тауарҙарҙың 33 төрө инә. Улар араһында — бойҙай оно (бер килограмы 32,66 һум), арыш һәм арыш-бойҙай оно ҡатнашмаһынан бешерелгән икмәк (48,68), беренсе, икенсе сортлы бойҙай ононан икмәк-ҡалас изделиелары (50,08), дөгө (61,55), вермишель (49,94), картуф (16,71), башлы һуған (22,54), кишер (20,58), алма (81,91), шәкәр ҡомо (34,14), һыйыр ите, һөйәкһеҙ иттән тыш (319,56), сусҡа ите (241,67), һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡтар (134,32), туңдырылған балыҡ (161,32), 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған айыртылмаған эсәр һөт (бер литры 48,34 һум), ҡаймаҡ (198,23), тауыҡ йомортҡаһы (10 данаһы 50,10 һум), ҡара бөртөклө сәй (784,47) һәм сентябрь айы өсөн уртаса хаҡтар буйынса башҡа аҙыҡ-түлек.

Документта шартлы аҙыҡ-түлек йыйылмаһының йәшәү минимумы дәүмәленең бер элементы булып тормауы билдәләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1368695-analitiki-podschitali-stoimost-minimalnogo-nabora-produktov-pitaniya-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть