Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Саҡмағош районында яңы балалар баҡсаһы һәм социаль йорт төҙөлдө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Саҡмағош районының Йомаш ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан.

«Ул республиканың 100 йыллығына һалынды, — тине Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова. — «Бәләкәй ил» тигән исем алған балалар баҡсаһы ысынында бик ҙур һәм иркен. Барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бында балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылған».

Саҡмағош районында йәшәүселәр өсөн тағы бер әһәмиәтле ваҡиға – 36 фатирлы өс ҡатлы социаль йортто файҙаланыуға тапшырыу. Ул Саҡмағош ауылының Азатлыҡ урамында урынлашҡан.

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ фондын үҫтереү фонды генераль директорының беренсе урынбаҫары Виктор Расейкин муниципалитетҡа яңы йорттағы алты фатир асҡыстарын бирҙе, һуңынан уларҙы етем балаларға тапшырырға тейештәр.

Социаль-иҡтисади өлкәлә эшләгән тағы дүрт ғаилә лә бөгөн тантаналы шарттарҙа күптән көтөлгән фатир асҡыстары алды.

http://www.bashinform.ru/news/1367931-v-chekmagushevskom-rayone-bashkirii-postroili-novyy-detsad-i-sotsialnyy-dom/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть