Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Рәсәй-Израиль медицина форумы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфөлә Рәсәй-Израиль медицина форумы асылды. Делегация составында – Израилдең әйҙәүсе белгестәре, уны «Хорев» медицина үҙәгенең (Израиль, Хайфа) баш табибы, медицина фәндәре докторы Роман Барак етәкләй.

Форумдың төп маҡсаты – эксперт һәм ғилми потенциалды бергә туплау, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу өлкәһендә ғилми-ғәмәли Рәсәй-Израиль хеҙмәттәшлегенең мөһим йүнәлештәрен билдәләү. 18 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында белгестәр «Кардиология», «Онкология», «Педиатрия» секциялары буйынса эшләй.

Икенсе көндө форум эше Өфө ҡалаһының республика медицина ойошмаларында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында дауам итә.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

«Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Израиль белгестәре: педиатрҙар, терапевтар, хирургтар, реаниматологтар.

Беҙгә Израиль медицинаһының онкологияла, кардиохирургияла, иммунологияла, гематологияла өлгәшкән ҡаҙаныштары яҡшы билдәле, Израиль клиникаларында шәп профессионалдар эшләй. Араларында беҙҙең университетты тамамлағандар ҙа аҙ түгел, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Алдынғы клиникалар менән хеҙмәттәшлек итеү медицина ярҙамының сифатын күтәреү, иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу, заманса кадрҙар әҙерләү йәһәтенән беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Шуныһы мөһим: был – ике яҡлы теләк», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Башҡортостанда донъя медицинаһының уңыштарын иғтибар менән күҙәтеп барыуҙарын, яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштерергә тырышыуҙарын, һаулыҡ һаҡлау системаһына байтаҡ аҡса йүнәлтеүҙәрен билдәләне.

«Һаулыҡ һаҡлау» һәм «Демография» федераль милли проекттар, шулай уҡ республикабыҙ программалары ярҙамында алға барыу өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Халыҡтың дөйөм үлеме кәмей, медицина учреждениелары селтәре киңәйә, медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты күтәрелә, ҡорамалдар, дөйөм алғанда, бөтә медицина инфраструктураһы яңыртыла. 2020 йылдың башында Башҡортостанда Республика онкология диспансерының яңы хирургия комплексы асыла. Тиҙҙән балалар онкогематология үҙәген төҙөй башлайбыҙ. Өфөлә шулай уҡ хоспис һалыу күҙаллана, ә Башҡортостанда оҙайлы ваҡыт тәрбиәләү системаһы индерелә, гериатрия ярҙамының сифаты яҡшыра», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров Роман Баракка рәхмәт хаты тапшырҙы, бынан тыш, ул БДМУ-ның почетлы профессоры исемен алды – вуз ректоры Валентин Павлов университет ғалимдары советының ҡарарын уҡып ишеттерҙе, медицина докторына иҫтәлекле бүләк һәм мантия тапшырҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1367879-v-ufe-otkrylsya-rossiysko-izrailskiy-meditsinskiy-forum/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть