Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектына йыл һайын 27,6 миллион һум бүлеү күҙаллана

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Башҡортостанда «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» ведомство-ара проектында 6424 уҡыусы ҡатнаша. Дүрт йыл элек унда 152 генә уҡыусы ине. Шуның иҫәбенә физик культура буйынса беренсе һаулыҡ төркөмө үҙ рәтен 3,8% алып 21,2% тиклем тулыландырҙы.

«Төп төркөмдә уҡыусыларҙың медицина күрһәткесе 13,6% яҡшырҙы, — тип аңлатты республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов. — Хәтерегеҙгә төшөрәм, был – Рәсәй Спорт министрлығының бер нисә төбәктә индерелгән пилот проекты».

2019 йылда Башҡортостан балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға һәм уларҙың һаулыҡ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектын да башлап ебәрҙе. Бөгөн унда республиканың 16 мәктәбе ҡатнаша: һигеҙе – Өфөлә, ә ҡалған һигеҙе – ҡалаларҙа һәм райондарҙа.

«Көрәш өсөн генә түгел, ә гимнастика һәм бергә-бер алыштың башҡа төрҙәре өсөн тәғәйенләнгән спорт залдарын тәртипкә килтереү эштәре бара», — тип билдәләне Хәбибов.

Республика Спорт министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостанға «Спорт көрәше – мәктәптәргә» проектына ярҙам күрһәтеүгә, атап әйткәндә, залдарҙы реконструкциялауға — 27,6 миллион һум, ә «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проектына 7,8 миллион һум кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо программаларҙы артабан үтәүгә ризалыҡ бирҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1367605-v-bashkirii-na-proekt-sportivnaya-borba-v-shkoly-ezhegodno-budut-vydelyat-27-6-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть