Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйҙәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйҙәр. Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу, Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алыу һәм тағы бер тапҡыр уның әҙәби мираҫына ҡағылыу өсөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар килә, Өфөнән һәм республиканан уның ижадын һөйөүселәр йыйыла.

18 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттарын тапшырыу тантанаһы була.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында БДПУ-ның тәүге Почетлы профессоры Мостай Кәримдең бюсын һәм исемле аудиторияһын асалар. Шулай уҡ бында «Мостай Кәрим» конкурсы еңеүселәре күргәҙмәһе ойошторола.

«Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» нәфис фильмы күрһәтелә.

19 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге скверҙа (Профсоюздар йорто янында) көн дауамында төрлө телдәрҙә шағирҙың шиғырҙарын тыңларға мөмкин. Сарала яҙыусылар, актерҙар, балалар һәм студенттар ҡатнаша. Шулай уҡ был көндә халыҡ шағирының һәйкәленә сәскәләр һалына.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тантаналы рәүештә СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзонға һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Андрей Дементьевҡа иҫтәлекле таҡтаташтар асыла.

Был көндә ҡаланың бер нисә майҙансығында «Мостай Кәрим менән көн» әҙәби флешмобы ла ойошторола. Унда теләгән һәр кем яратҡан шағирының шиғырын уҡып ишеттерә ала.

Киске сәғәт 7-лә «Торатау» конгресс-холында шағирҙың юбилейына бағышланған тантаналы кисә уҙа. Кисәлә Сәйҙә Медведеваның «Мостай» документаль фильмының премьераһы була.

Шағирҙың тыуған көнөндә, 20 октябрҙә, юбилей саралары яҙыусының тыуған яғында – Шишмә районының Келәш ауылында ойошторола.

http://www.bashinform.ru/news/1367433-v-ufe-otmetyat-vekovoy-yubiley-narodnogo-poeta-bashkortostana-mustaya-karima/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть