Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

23-24 октябрҙә Өфөлә «Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм перспективалар» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.

Конференция Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантының финанс ярҙамында уҙғарыла. Сараның маҡсаты – башҡорт телен, шулай уҡ глобалләшеү дәүерендә Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу буйынса заманса йүнәлештәрҙе һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙе, туған һәм дәүләт телдәренә өйрәтеү мәсьәләләрен, фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен ҡулланыу тәжрибәһен, милли телдәрҙең корпустарын һәм электрон базаларын әҙерләүҙең көнүҙәк проблемаларын өйрәнеү.

Унда ҡатнашыу өсөн федераль һәм төбәк кимәлендәге дәүләт власы органдары вәкилдәре, Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Ижевск, Һамар, Ырымбур, Якутск ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төркмәнстан, Үзбәкстан кеүек яҡын сит илдәрҙән академик учреждениеларҙың тел белгестәре, филологтар һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары саҡырылған.

Конференцияла түбәндәге йүнәлештәр буйынса эшләү күҙаллана:

• Глобалләшеү контексында Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәре;

• Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса заманса ҡараш һәм фәнни тикшеренеүҙәр;

• Үҫеш перспективалары һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә дәүләт, институциональ ярҙам;

• Тел ғилемендә компьютер лингвистикаһы һәм интеллектуаль технологиялар;

• Киң мәғлүмәт сараларында заманса тел процестары;

• Тел тарихы һәм халыҡтың мәҙәни хәтере;

• Полимәҙәни киңлектә фольклор;

• Мәғариф системаһында Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәре.

Конференцияла ике түңәрәк өҫтәл үткәреү күҙ уңында тотола:

• Туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүҙә яңылыҡ (Рәсәй Федерацияһының полиэтник төбәктәре миҫалында);

• Хәҙерге башҡорт теле дәреслеге: концепциялар һәм уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу.

Докладтар һәм сығыштар конференцияның эше башланғансы баҫылып сығырға тейеш.

Проектты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Фәндәр академияһы, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, «Арҡаҙаш» фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды.

http://www.bashinform.ru/news/1367380-v-ufe-obsudyat-problemy-sokhraneniya-i-razvitiya-bashkirskogo-yazyka-i-literatury-/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть