Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

19 октябрҙә Өфө үҙәге транспорт хәрәкәте өсөн ябыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә 19 октябрҙә таңғы сәғәт 6-нан көндөҙгө 4-кә тиклем Мостай Кәрим урамы (Достоевский урамынан алып Чернышевский урамына тиклемге участка), шулай уҡ Киров урамы (Лениндан Карл Марксҡа тиклемге участка) транспорт хәрәкәте өсөн тулыһынса ябыла. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте белдерҙе.

Бындай ҡарар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған байрам сараларын үткәргән ваҡытта юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителде.

Өфө мэрияһы ошо сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорай һәм маршрутты алдан билдәләргә кәңәш бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1367435-19-oktyabrya-v-tsentre-ufy-perekroyut-dvizhenie-transporta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть