Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙәләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Радий Хәбиров республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙәләне. Республика етәксеһе Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән флешмобты хуплауын белдерҙе.

«Йәштәребеҙ илдең һәм донъяның билдәле урындарында бейеү модаһын индерҙе. Минеңсә, улар бер кемгә лә ҡамасауламай... Киреһенсә, кешеләр ҡыуана һәм уларҙы фотоға төшөрә. Әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ: республиканан ситтә йәки уның эсендә, ләкин Башҡортостандан ситтә йәшәгән ҡунаҡ менән иң матур башҡорт бейеүе өсөн бер нисә айҙан шәхси бүләгемде тапшырам! Һылтанмалар ебәрегеҙ!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

#Башҡортбейеүенбашҡарам флешмобы быйыл сентябрь айында башланды. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортбейеүенбашҡарам, #башҡортбейеүенөйрәнәм хештегтары менән интернетҡа һалырға кәрәк. 9 октябрҙә Ленин паркында профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр бергә легендар «Гөлнәзирә» бейеүенән өҙөк башҡарҙы.            

http://www.bashinform.ru/news/1367351-radiy-khabirov-poobeshchal-podarok-za-samyy-krasivyy-bashkirskiy-tanets-za-predelami-respubliki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть