Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.88

EUR 70.41

17 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2020 йылдан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2020 йылдан Рәсәйҙә беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр күләме арта, тип хәбәр итә ТАСС Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Әйтәйек, быйыл илдә түләүҙәрҙең уртаса күләме 11,2 мең һумға тиң икән, киләһе йылдан, төбәккә ҡарап, ул яҡынса 12 мең һум була.

Түләүҙәр «Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында арттырыла.

Республика Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, 2020 йылдан ошо түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн критерий үҙгәрә. Хәҙер йән башына уртаса килеме 1,5 йәшәү минимумы тәшкил иткән ғаиләләрҙең ошондай хоҡуғы булһа, 2020 йылдан ике йәшәү минимумы критерийы индерелә.

Өҫтәүенә 2020 йылдан әлеге пособиеларҙы түләү ваҡыты балаға өс йәш тулғансы оҙайтылды.

«Хәҙер Башҡортостанда пособиеның күләме — 9 182 һум. 2020 йылда ул 9 789 һумға еткерелә — 2019 йылдың икенсе кварталында бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләме шундай», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

http://www.bashinform.ru/news/1367303-s-2020-goda-uvelichatsya-vyplaty-na-pervogo-i-vtorogo-rebenka/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть