Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың юл хеҙмәттәре 54 берәмек яңы техника алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте автопаркы 54 берәмек яңы техника менән тулыланды, улар предприятиеның 36 филиалы араһында бүленә һәм Башҡортостан райондарына юллана. Техника төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә юлдарҙы ремонтлау, төҙөү һәм тәртиптә тотоу өсөн файҙаланыла.

Яңы юл техникаһы асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Ул юл эшселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм республиканың юлдар оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә икенсе урын биләүен хәтергә төшөрҙө.

«Был — ҙур яуаплылыҡ, һеҙ бик күп тораҡ пункттарҙы хеҙмәтләндерәһегеҙ, ҡатмарлы климат шарттарын иҫәпкә алып, юлдар йыл әйләнәһенә асыҡ булырға тейеш. Беҙ һеҙгә ярҙам иттек һәм ярҙам итербеҙ, һеҙгә сифатлы, хәл-ваҡиғаларһыҙ эшләүегеҙҙе теләйем. Эшегеҙ бик ҡатмарлы, юл эшсеһенең хеҙмәте – ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ һеҙҙән тора», — тине Радий Хәбиров.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Тимур Мөхәмәтйәнов быйыл юл техникаһы һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум бүленеүе һәм бының хөкүмәт яғынан ҙур ярҙам булыуы хаҡында һөйләне. Быйыл бөтәһе 97 берәмек техника, ә ҡалған өлөшөн йыл аҙағына тиклем һатып алыу күҙаллана.

«Был техника тәү сиратта ҡыш көнө юлдарҙы тәртиптә тотоуға иҫәпләнгән. Башкиравтодор һәм юл хеҙмәттәре ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә тулыһынса әҙер, ҡом һәм тоҙ буйынса барлыҡ кәрәкле материалдар һатып алынған. Быйыл ҡыш юлдарҙа бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр фаразланмай, тип әйтергә мөмкин», — тине Тимур Мөхәмәтйәнов.

«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Пролипото һүҙҙәренсә, уларҙың филиалдарына 12 яңы автогрейдер, 10 тәгәрмәсле трактор һәм башҡа техника тапшырыла.

«2018 йылда беҙ Төбәк фондынан 20 миллиард һум займ алдыҡ, был аҡса беҙҙең иҡтисади хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Быйыл 9 айҙа ыңғай күрһәткестәргә сыҡтыҡ. Ләкин башҡараһы эштәр байтаҡ, коллективта биш меңләгән кеше, 53 филиал, 3 меңдән ашыу берәмек техника. Хөкүмәт ярҙамы менән алдағы ике-өс йылда техника паркын яңыртырбыҙ тип ышанам», — тине Андрей Пролипото.

http://www.bashinform.ru/news/1367284-dorozhnye-sluzhby-bashkirii-poluchili-54-edinitsy-novoy-tekhniki/                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть