Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.88

EUR 70.41

17 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың күп балалы ғаиләләренә махсус танытмалар бирә башланылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә танытмалар бирә башланылар, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан.

«Күп балалы статусын раҫлаған һәм магазиндарҙа, күңел асыу үҙәктәрендә, музейҙарҙа, театрҙарҙа төрлө ташлама, льгота алырға хоҡуҡ биргән рәсми документ республикала беренсе тапҡыр әҙерләнде», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Танытма алыу өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына, йә иһә күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тәүге осраҡта танытманы – мөрәжәғәт иткән көндә үк, ә икенсеһендә 10 көндән һуң алырға мөмкин.

Танытма алыу өсөн документтар йыйылмаһы ябай: ата-әсәнең паспорттары, никах йәки уны тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ, ғаилә составы тураһында белешмә, бөтә балаларҙың да тыуыу тураһында таныҡлыҡтары (шул иҫәптән, тәрбиәгә, уллыҡҡа, опекаға алынғандарҙың).

«Әгәр ғаиләлә тәрбиәгә йәки опекаға алынған балалар бар икән, муниципаль органдарҙың тейешле ҡарарҙарын күрһәтергә кәрәк. Баланың тыуыу тураһында таныҡлығына атаһы тураһында мәғлүмәттәр әсәнең ғаризаһы нигеҙендә индерелгән осраҡта, ЗАГС органы биргән махсус белешмә талап ителә», — тип өҫтәне Роза Кузьменко.

Уның һүҙҙәренсә, әлегә меңдән күберәк ғариза ҡабул ителгән. Республиканың 600-ҙән ашыуыраҡ ғаиләһе ошондай танытма алған да инде.

Һуңғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 46 меңдән артыҡ күп балалы ғаилә йәшәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә.

Өфө һәм республика биләмәһендә балалы ғаиләләр өсөн ташламалар һәм акциялар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Ғаилә порталында алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1367128-mnogodetnym-semyam-bashkirii-nachali-vydavat-spetsialnye-udostovereniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть