Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.88

EUR 70.41

17 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының 8-се съезында яңы рәйес һайланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының VIII отчет-һайлау съезы уҙҙы. Уның эшендә республиканың барлыҡ райондарынан һәм ҡалаларынан 152 вәкил ҡатнашты. Көн тәртибендә төп мәсьәлә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен һайлау ине. Съезд күпселек тауыш менән мөфтөй вазифаһына Айнур Бирғәлинды һайланы. Быға тиклем Бирғәлин мосолмандарҙың Диниә назараты рәйесе вазифаһын башҡарҙы.

Съезд делегаттары уставҡа үҙгәрештәр индерҙе. Улар урындарҙа руханиҙарҙың вәкәләттәрен киңәйтә, диниә назараты стратегияһын һәм практик эшмәкәрлеген билдәләү барышында мосолмандарҙың фекерен вәкиллек итеү механизмын булдыра. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты президиумы функциялары ла киңәйтелде. Ғалимдар советы һәм аҡһаҡалдар советы ойошторола.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты уставына ярашлы, Диниә назараты рәйесе биш йылға һайлана. Съезд эшендә шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй-шәйех Рәүил Ғәйнетдин, уның беренсе урынбаҫары Рушан хәҙрәт Аббасов, Мәскәү Ислам институты ректоры Дамир Мөхөтдинов, Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй Мөфтөйҙәр советы һәм Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Рәүил Ғәйнетдин үҙенең сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин менән осрашты. Осрашыу барышында конфессия-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, ислам мәғарифы системаһының үҫеш перспективалары тикшерелде.

«Башҡортостан толерантлыҡтың бик юғары дәрәжәһе менән характерлана. Бында барлыҡ диндәр һәм конфессиялар тыныс һәм татыу йәшәй. Беҙ төрлө этностарҙың үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәре киләсәктә лә һаҡланһын, һәр кем үҙенең дин ирегенә хоҡуғын бойомға ашыра алһын өсөн тырышабыҙ», – тип билдәләне Константин Толкачев.

Александр Сидякин һүҙҙәренсә, республикала мөһим ҡарарҙар халыҡ менән диалог принцибына таянып ҡабул ителә. Был тезис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телмәрендә даими яңғырай.

«Әлбиттә, беҙҙең күп милләтле республикала съезды ойошҡан рәүештә әҙерләү һәм үткәреү бик мөһим. Бының өсөн бөтә шарттар булдырылды», – тип өҫтәне Александр Сидякин.

Рәсәйҙең Мөфтөйҙәр советы рәйесе Башҡортостанда конфессиялар һәм халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуҙы һәм хөрмәтте һаҡлау буйынса алып барылған эште юғары баһаланы.

«Башҡортостандың күп милләтле һәм күп динле халҡы милләт-ара, дин-ара низағтар булмаған ҙур ғаилә булып йәшәй. Республика – тотороҡло, үҫеш юлынан барған төбәктең һоҡланғыс өлгөһө, – тине Рәүил Ғәйнетдин. – Шуға күрә республиканың тәжрибәһе барлыҡ мосолман өммәте өсөн бик ҡәҙерле. Бөгөн глобалләшеү процестары шарттарында беҙ бөтә мосолман донъяһына рухи, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау буйынса ҡаҙаныштарыбыҙҙы һәм уңыштарыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Беҙ халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлап ҡала алдыҡ, был – беҙҙең байлығыбыҙ, ҡаҙанышыбыҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1366987-v-ufe-na-8-sezde-dukhovnogo-upravleniya-musulman-bashkortostana-izbran-novyy-predsedatel/

      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть