Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.88

EUR 70.41

17 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Нефтекама» индустриаль паркы булдырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республикала «Нефтекама» индустриаль паркы булдырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Сәнәғәт йүнәлешендәге яңы индустриаль парк Нефтекамала йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә булдырыла. Майҙансыҡтың идара итеүсе компанияһы – Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы.

Тиҙҙән индустриаль парктың инженер инфраструктураһын һәм майҙаны 20 мең квадрат метрлыҡ етештереү бинаһын төҙөү буйынса проект-эҙләп табыу эштәре башлана.

Июль айында Радий Хәбиров Нефтекамала индустриаль парк булдырыуҙы йөкмәткәйне.

Ошо ваҡыт эсендә майҙаны 28 гектар тәшкил иткән ер участкаһы һайлап алынған, предприятиеларға «Нефтекама» индустриаль паркына инеү буйынса тәҡдимдәр ебәрелгән, потенциаль резиденттар исемлеге төҙөлгән.

«Беҙ быйыл уҡ проектлау стадияһына сығабыҙ, ә 2021 йылда майҙаны 10 мең квадрат метрлыҡ беренсе корпусты сафҡа индереү күҙаллана», — тип хәбәр итте Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының инвесторҙар менән эшләү буйынса директоры Игорь Смолягин.

Уның һүҙҙәренсә, «Нефтекама» индустриаль паркы бөтә кәрәкле инженер һәм транспорт инфраструктураһы менән йыһазландырыла.

Потенциаль резиденттарҙың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе моделенә һалынған льготаларҙан файҙаланыу мөмкинлеге була.

«Нефтекама» индустриаль паркы буйынса документтар республиканың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегәнә индереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә тапшырылған.

2016 йылдың аҙағында Башҡортостанда — «Күмертау» һәм «Бәләбәй», 2019 йылдың башында «Нефтекама», «Благовещен» һәм «Белорет» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре булдырылды.

http://www.bashinform.ru/news/1366871-v-bashkirii-poyavitsya-industrialnyy-park-neftekamskiy/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть