Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.85 ↓

EUR 70.42 ↑

13 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан ғалимдарының ашлама етештереү тураһында китабы «Алтын көҙ-2019» күргәҙмәһенең миҙалына лайыҡ булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан ғалимдарының ҡош тиҙәгенән органик ашламалар етештереү тураһында китабы «Алтын көҙ-2019» агросәнәғәт күргәҙмәһенең бронза миҙалын алды. Китап «Инком-Союз» компанияһының һәм Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының берлектәге проекты булып тора, тип хәбәр иттеләр ғилми институттан.

Белгестәр ҡош тиҙәген үтә юғары йышлыҡлы энергияны файҙаланып эшкәртеү технологияһын әҙерләгән. Бер үк ваҡытта барлыҡ патоген микрофлора юҡҡа сығарыла, тиҙәкте йыл әйләнәһенә эшкәртергә мөмкин, ҡалдыҡтарҙы тирә-яҡ мөхиткә сығарыуға юл ҡуйылмай.

Технологик линия алдан билдәле агрохимик үҙенсәлектәр менән бөртөклө ашламалар етештереүҙе күҙ уңында тота. Линияның етештереүсәнлеге — тәүлегенә 200 кубометр.

Ошо ашламаны файҙаланыу тупраҡта серемтәне арттыра, уның уңдырышлылығын күтәрә. Технология Благовар районы хужалыҡтарында уңышлы һыналған.

http://www.bashinform.ru/news/1366863-kniga-bashkirskikh-uchenykh-o-proizvodstve-udobreniy-poluchila-medal-vystavki-zolotaya-osen/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть