Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.85 ↓

EUR 70.42 ↑

13 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы Башҡортостандың һанлы тапшырыуға күсеүен юғары баһаланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы Башҡортостандың һанлы тапшырыуға күсеүен юғары баһаланы.

«Беҙ республиканың «һан»ға күсеүен юғары баһаланыҡ. Башҡортостан тоташтырыуҙың дүртенсе этабына эләкте, ә быға тиклемге ваҡыт халыҡ федераль телевизион каналдарҙың тапшырыу формаһының үҙгәреүен тойһон өсөн тулыһынса файҙаланылды», — тип белдерҙе Өфөлә Рәсәй Федерацияһының һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Рәсәйҙең төбәк телерадиокомпаниялары вәкилдәре менән осрашыуҙа.

Алексей Волин һанлы тапшырыуға күсеүгә бәйле мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеү өсөн махсус ойошторолған урындағы «ҡыҙыу бәйләнеш»тең уңышлы эшләүенә иғтибар итте.

Әйтәйек, кисә «ҡыҙыу бәйләнеш»кә меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителде. Унан алдағы көндә лә шунса булды. Операторҙар шылтыратыуҙарға тиҙ, бер нисә секунд эсендә яуап бирҙе, шуға күрә «бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ булманы», тип билдәләне Алексей Волин.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, «ҡыҙыу бәйләнеш»кә шылтыратыусыларҙы һанлы тапшырыуға нисек тоташырға тигән һорау ғына борсой.

«Ирекмәндәргә лә ғаризалар бар. Ирекмәндәр хәрәкәте ярҙамында республика оло йәштәге һәм аҙ хәрәкәт иткән кешеләргә «һан»ға күсеүҙә булышлыҡ күрһәтә», — тип өҫтәне Борис Мелкоедов.

Илдең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы вәкилдәре фекеренсә, Башҡортостанда ирекмәндәр эше, «ҡыҙыу бәйләнеш» кеүек үк, юғары кимәлдә ойошторолған.

Уларҙың һүҙҙәренсә, әле көн дауамында ирекмәндәр ярҙамын күрһәтеү менән бәйле 200-250 самаһы ғариза килә. Хәҙер ирекмәндәрҙе көтөүгә сират юҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1366683-minkomsvyazi-rossii-vysoko-otsenilo-gotovnost-bashkirii-k-perekhodu-na-tsifrovoe-veshchanie/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть