Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.69 ↑

22 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә Башҡортостандың 47 күп балалы ҡатын-ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы һәм аҡсалата премия алды. Уларға награданы республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

Парламент спикеры тантанала ҡатаншыусыларға балалар тәрбиәләүҙәге еңел булмаған хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙҙең төп һәм мөһим бурысығыҙ – ғаилә, уны һаҡлау, уның именлеге. Тыныс, мөхәббәтле һәм бер-береһен аңлаған ишле ғаилә ул – үҙе оло бәхет. Бындай ғаиләләрҙә әсәләр – ысын героинялар. Барығыҙ ҙа – йәш быуын өсөн лайыҡлы өлгө. Бөгөн илдә демография хәле менән бәйле мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең, республиканың киләсәге власть органдарының, йәмәғәтселектең ошо йүнәлештәге эште ни тиклем уңышлы алып барыуына бәйле», — тине Константин Толкачев.

Республикала 46 мең күп балалы ғаилә иҫәпләнә, уларҙа 160 мең самаһы бала тәрбиәләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1366592-v-bashkirii-mnogodetnym-zhenshchinam-vruchili-medali-materinskaya-slava-/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть