Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Сербияла Башҡортостандағы «Викиөләсәйҙәр» хәрәкәте менән таныштырҙылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова Сербияла Үҙәк һәм Көнсығыш Европа Викимедиаһы ирекмәндәренең халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашып ҡайтты. Башҡортостан вәкилдәренең сығыштарына лингвист, башҡорт телен өйрәнеү методикаһы авторы Вячеслав Чернев аңлатма бирҙе.

«Бик күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдым. Конференцияла ҡатнашыусылар БашВикиҙа «Викиөләсәйҙәр» хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе хаҡындағы сығышты йылы ҡаршы алды. Улым Илдус мин әҙерләгән видеояҙма буйынса сығыш яһаны, сөнки сығыштар инглиз телендә булырға тейеш ине, ә мин немец телен өйрәндем».

Гүзәл Ситдиҡова ошо сығыш өсөн махсус рәүештә милли кейем атрибуттарын — беҙҙең «француз яулығы»н ябынған һәм селтәр таҡҡан. Күптәр республикабыҙ вәкилдәре менән фотоға төшөргә теләк белдергән.

Конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостанды Республика көнө менән дә ҡотлаған.

http://www.bashinform.ru/news/1366529-v-serbii-prezentovali-dvizhenie-vikibabushki-iz-bashkortostana/    

Теги: википедия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть