Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө «морждары» өсөн яңы миҙгел асыла

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 октябрҙә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы күлендә баш ҡала морждары ҡыш көнө һыу инергә һәм сынығырға яратыусыларҙың яңы миҙгелен аса.

Йола буйынса, Өфө «морждары» яңы миҙгелде Иван Яҡутов исемендәге парктағы Һалдат күлендә аса торғайны. Быйыл яңы миҙгелде башлау урыны осраҡлы һайланмаған. Республиканың Ҡышҡы йөҙөү һәм сынығыу федерацияһы етәксеһе Александр Пенкин һүҙҙәренсә, паркты төҙөкләндергәндән һуң ошо һыу ятҡылығы ҡышҡы йөҙөүҙе үҙ итеүселәрҙең тағы бер базаһы булараҡ ҡарала.

«Артабан беҙ күл янында Ҡышҡы йөҙөү һәм сынығыу федерацияһы бүлексәһен ойошторорға уйлайбыҙ. Ҡыш көнө йөҙөрбөҙ, ҡала халҡын сынығырға өйрәтербеҙ һәм ярыштар үткәрербеҙ, ә йәйгеһен йөҙөргә һәм сынығырға өйрәтеү үҙәге асылыр», — тип пландары менән уртаҡлашты республиканың «баш» моржы.

Яңы миҙгелдә баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын аҙна һайын йөҙөштәр, шулай уҡ республика һәм Бөтә Рәсәй старттары көтә. Атап әйткәндә, 2020 йылдың февралендә Өфөлә Рәсәй кубогы этабы уҙғарыла.

Миҙгелде асыу сараһы иртәнге сәғәт 10-да башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1366300-ufimskie-morzhi-otkryvayut-novyy-sezon/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть