Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты — Рәсәйҙә сноубордта шыуыу өсөн иң шәп өс урын иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты ТурСтат порталы рейтингында сноубордта шыуыу өсөн иң шәп өс урын иҫәбенә инде. Рейтинг интернетта ниндәй курортта сноубордта шыуыу яҡшыраҡ тигән һорауҙарға яуаптарға нигеҙләнеп төҙөлгән. Рәсәйҙә 3 миллиондан ашыу кеше сноуборд менән мауыға, башлыса улар — 30 йәшкә тиклемгеләр.

Быйыл ҡыш сноубордта шыуыу өсөн Рәсәйҙең тәүге ун курорты иҫәбенә «Роза Хутор» һәм «Курорт Красная Поляна» (Сочи), «Абҙаҡ» (Башҡортостан), «Шерегеш» (Кемерово өлкәһе), «Белокуриха» (Алтай крайы), «Архыз» һәм «Домбай» (Ҡарасәй-Черкес), «Сорочаны» (Мәскәү өлкәһе), Чусовой (Пермь крайы), «БигВуд» (Мурманск өлкәһе), «Гора Белая» (Свердловск өлкәһе), «Завьялиха» (Силәбе өлкәһе), «Игора» (Ленинград өлкәһе) һәм «Свияжск убалары»(Татарстан) инде.

ТурСтат мәғлүмәттәре буйынса, «Абҙаҡ» өсөн 13% тауыш бирелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1366285-bashkirskiy-kurort-abzakovo-voshel-v-top-3-luchshikh-mest-dlya-kataniya-na-snouborde-v-rossii/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть