Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Мостай Кәримдең юбилейы уңайынан театр декадаһы асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына театр декадаһы асыла. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры декада барышында биш спектакль күрһәтә. Бөтә спектаклдәр ҙә театрҙың Ҙур залында сәхнәләштерелә.

15 октябрҙә — уҙған миҙгелдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» премьераһы;

16 октябрҙә — «Тоҡ эсендә бесәй» спектакль-концерты ;

17 октябрҙә — «Йәләлетдин Ата» спектакль-уйланыу;

18 октябрҙә — «Заһир, Гөлшат һәм Берлин асҡыстары» лирик комедияһы;

19 һәм 20 октябрҙә уҡыусылар өсөн «Мәҙәни шәмбе» проекты сиктәрендә — «Беҙҙең өйҙөң йәме».

Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә Рус драма театрында 15 һәм 20 октябрҙә «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған «Луна и листопад» лирик комедияһы күрһәтелә (ҡуйыусы режиссер – Михаил Рабинович, биҙәүсе – Вячеслав Виданов).

http://www.bashinform.ru/news/1366189-v-ufe-otkryvaetsya-teatralnyy-dekadnik-k-100-letiyu-mustaya-karima/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть