Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың 55 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн 63 миллион һумдан ашыу алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2019 йылдың икенсе президент гранттары конкурсында Башҡортостандың 55 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы еңеү яуланы. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн 63,8 миллион һум йүнәлтелә.

2019 йылдың беренсе конкурсында Башҡортостан Республикаһының 38 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы 44,8 миллион һум йәлеп итте. Һөҙөмтәлә быйыл президент гранттары конкурсында дөйөм суммаһы 108,5 миллион һумға 96 проект еңеүсе булды.

Конкурсҡа республикабыҙҙан бөтәһе 323 проект тапшырылды. Иң популяр грант йүнәлештәре: граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, шулай уҡ граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау.

Мәҫәлән, «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды «Балалар йорттарында үҫмерҙәр өсөн остаздар» проектын дауам итеү өсөн грант отто.

Башҡортостандың дүрт коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы — өс миллиондан ашыу, 22-һе – 500 мең һумдан 3 миллион һумға тиклем, 29-ҙы 500 мең һумғаса грант алды.

Туғыҙ миллион һумдан ашыулыҡ грантты «Йәш этнополитолог мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн ижтимағи һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереү буйынса «Социомәҙәни модель әҙерләү үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы яуланы.

«Был проекттың иң ҙур грант алыуына ғәжәпләнәһе түгел, сөнки төбәктә халыҡтар дуҫлығын формалаштырыу өлкәһендә ҙур тәжрибә тупланған, — тине республиканың Йәмәғәт палатаһы аппараты ҡарамағындағы Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурстар үҙәге етәксеһе Дмитрий Казанцев. — Яңыраҡ «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубында республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан хәҙерге заманда төрлө милләттәрҙең һәм конфессияларҙың дуҫ,татыу йәшәүенә үҙенсәлекле миҫал булып тора».

Иң бәләкәй грантты, 129 мең һумға яҡын аҡсаны, «Васильев уҡыуҙары» проектына Яңауыл районының «Эрвел Марий» мари милли-мәҙәни автономияһы отто.

Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1366187-55-nko-bashkirii-poluchili-svyshe-63-mln-rubley-na-realizatsiyu-svoikh-proektov-/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть