Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы «юл» мобиль ҡушымтаһын еренә еткереп эшләргә ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юлдарындағы соҡорҙар менән ҡаршы көрәшкә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән мобиль ҡушымтаның эшен тәнҡитләне. Был турала ул бөгөн,14 октябрҙә, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ошо ҡушымта менән эште аҙағына еткерергә кәрәк, тип билдәләне ул.

«500 мең соҡор ямалған, тиҙәр, ә мобиль ҡушымтаға һалынғандарының һаманғаса бөтәһе лә ямалмаған. Әйҙәгеҙ, бөтә соҡорҙарҙы һан менән билдәләйек... Мин һан менән билдәләгән соҡорҙарҙы ғына отчетҡа ҡабул итермен», – тип белдерҙе Радий Хәбиров.  

Ул чиновниктар йәнә ошо мәсьәләгә кире әйләнеп ҡайтһын өсөн кәңәшмә әҙерләргә ҡушты. Бынан алда Радий Хәбиров, «Юл эксперты» ҡушымтаһын тәнҡитләп, «соҡорҙарҙы ремонтлау — иҡтисади бурыс ҡына түгел, ә реаль сәйәси бурыс» тип билдәләгәйне.

«Юл эксперты» ҡушымтаһы республикала йәшәгән һәр кемгә аныҡ соҡорҙо ремонтлауға ғариза ебәрергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Башлығы фекеренсә, программа еренә еткереп эшләнмәгән.

http://www.bashinform.ru/news/1366064-glava-bashkirii-potreboval-dorabotki-dorozhnogo-mobilnogo-prilozheniya/

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть