Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр СНИЛС-тың электрон вариантын алыу мөмкинлегенә эйә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

1 октябрҙән илдә ғәҙәти СНИЛС урынына уның электрон вариантын бирә башлайҙар.

Документтың яңы форматы «Шәхси иҫәп системаһында теркәү тураһында белдереү ҡағыҙы» тип атала. Ул ғәҙәти СНИЛС-ты алмаштыра. Яңы электрон белдереү ҡағыҙы системала беренсе тапҡыр теркәлгәндәргә, шулай уҡ документын юғалтҡан йәки фамилияһын алмаштырғандарға бирелә. Әлеге ваҡытта карточканы теләк буйынса алмаштырырға мөмкин, элекке СНИЛС үҙ көсөндә ҡала.

Электрон вариантты Пенсия фонды сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин. Ҡағыҙ өлгөнө алыу өсөн дә Рәсәй Пенсия фондының территориаль бүлексәһенә йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бынан алда «Башинформ» үҙгәрештәр пенсия тәьминәтендә бер нисек тә сағылыш тапмаясағы тураһында хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1366101-zhiteli-bashkirii-mogut-poluchit-elektronnyy-variant-snilsa/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть