Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.69 ↑

22 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөнән шахматсы-паралимпиясы Сочиҙағы турнирҙа еңеү яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөнән спортсы-паралимпиясы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында XVII «Сочи-2019» халыҡ-ара спорт фестивалендә шахматта еңеү яуланы. «Толпар» клубы вәкиле Әмир Ғәзиев, туғыҙ партияның туғыҙын еңеп, фестивалдең абсолют еңеүсеһе исемен алды. Шашкала Әмир «бронза» призер булды.

Терәк-хәрәкәт аппараты зарарланыуына ҡарамаҫтан, спортсы бер нисә йыл инде Өфөнөң 23-сө спорт мәктәбендә республиканың көслө тренерҙарының береһе, мастер Роза Фиде етәкселегендә әүҙем шөғөлләнә. «Мин Әмирҙең ихтыяр көсөнә һәм шахматҡа һөйөүенә хайран ҡалам. Мөмкинлек булыу менән ярыштарҙа ҡатнаша. Ныҡышмалы күнекмәләр һөҙөмтәһендә ул тәүҙә шахмат буйынса өсөнсө, ә аҙаҡ икенсе өлкәндәр разрядын алды. Ә хәҙер яуаплы турнирға барырға көс табыуҙан тыш, унда еңеүгә өлгәште», — тине тренер.

  http://www.bashinform.ru/news/1366000-shakhmatist-paralimpiets-iz-ufy-stal-pobeditelem-na-turnire-v-sochi/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть