Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.69 ↑

22 ноябрь, Йома

Уфа   °

Ямғырҙар Башҡортостан аграрийҙарына 3,3 миллион тонна ашлыҡ йыйып алырға ҡамасауламаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Һуңғы 10 йылда иң ҡатмарлы урып-йыйыу кампанияһына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда игендең уңышы фаразланған 3,1 миллион тонна урынына 3,3 миллион тонна тәшкил итте. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

«Был уңыш йыйыу кампанияһы беҙҙең өсөн һуңғы 10 йылда иң ауыры булды. Ерҙең ныҡ дымлы булыуы сәбәпле иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу бик ҡыйынға төштө. Ярай әле булған техника беҙгә уңышты ваҡытында тамамларға мөмкинлек бирҙе. Әгәр һуңғы йылдарҙа техника һатып алмаһаҡ, уңыш өсөн көрәшергә тура килер ине, — тине Илшат Фәзрахманов. — Бөгөн бункер үлсәүендә 3,3 миллион тонна ашлыҡ һуғылған. Был уҙған йылға ҡарағанда дүрт процентҡа күберәк».

Быйыл республикала ашлыҡтың уртаса уңышы гектарынан 20 центнерҙан ашты, был иһә 2018 йылға ҡарағанда алты процентҡа күберәк.

Уңыш буйынса Саҡмағош районы алдынғылыҡты бирмәй. Бында һәр гектарҙан 41 центнер ашлыҡ йыйып алынған.

Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондарында ла игендең уңышы республика буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ – бер баҫыуҙан 29 центнер.

Шишмә районы аграрийҙары ла күпкә ҡалышмаған, улар һәр гектарҙан 28-шәр центнер ашлыҡ йыйып алған.

Республика өсөн игендең рекордлы уңышы Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһына тура килә. Быйыл бында һәр гектарҙан 50 центнер йыйғандар, тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.

«Ашлыҡ буйынса һәйбәт күрһәткестәр менән киләбеҙ. Уҙған йылда —3 миллион, быйыл 3,3 миллион тонна йыйып алдыҡ. 2024 йылға 4 миллион тонна уңышҡа сығырға тип һөйләштек. Ауыр булһа ла, быға өлгәшергә мөмкин. Аграрийҙарға артабан да ярҙам күрһәтербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров.

  

http://www.bashinform.ru/news/1365879-dozhdi-ne-pomeshali-agrariyam-bashkirii-sobrat-rekordnye-3-3-mln-tonn-zerna/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть