Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.69 ↑

22 ноябрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров 2020-не Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы итеп уҙғарырға тәҡдим итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йыл өсөн тема тәҡдим итте.

«Семинар барышында муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшләшкәндән һуң йылды ниндәйҙер абстракциялар менән атамаҫҡа, ә уны халыҡтың мәнфәғәттәренә яуап биргән аныҡ, аңлайышлы эштәргә арнарға тигән фекергә килдек. Граждандарҙы борсоған мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Тирә-яҡ — төҙөкләндереү, ҡалаларҙа, ауылдарҙа уңайлы мөхит бик мөһим. Шуға күрә «Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар» тип атарға тигән тәҡдим бар. Тышҡы күренеш ҙур әһәмиәткә эйә, был тәртип булған ерҙә йәшәүебеҙгә ышаныс тыуҙыра», —  тине республика башлығы.

Ул хөкүмәткә указ һәм йөкләмә әҙерләргә ҡушты, унда аныҡ параметрҙар һәм һандар булырға тейеш.

«Ошо йылдан халыҡтан әүҙемерәк башланғыстар көтәм. Әүҙем кире бәйләнеш күҙәтелгән муниципалитеттарға финанслауҙы арттырабыҙ. Иң мөһиме, «Йәшел Башҡортостан» акцияһындағы кеүек үк, халыҡтың инициативаһы», — тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1365839-radiy-khabirov-predlozhil-provesti-2020-y-kak-god-estetiki-naselennykh-punktov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть