Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.69 ↑

22 ноябрь, Йома

Уфа   °

Федераль телеканал «Ҡыҙыл паша» Кәрим Хәкимов йәшәгән йорт-музейҙы күрһәтте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

«Рәсәй-1» телеканалында Сергей Брилевтың Башҡортостандың Бишбүләк районында тыуып үҫкән, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы илсеһе булған Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында сюжеты сыҡты.

Сюжетта Кәрим Хәкимов йәшәгән йорт күрһәтелде. Хәҙер унда музей. Спектаклде төшөрөү тураһында документтар, төп ролде башҡарыусы менән интервью, шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың әйткән һүҙҙәре килтерелде.

Август башында Бөйөк Британия архивы Башҡортостанға СССР-ҙың ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булып тарихҡа ингән совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеге тураһында уникаль документтар тапшырҙы.

Был – Кәрим Хәкимовтың Яҡын Көнсығыштағы эшмәкәрлегенә арналған бер нисә йөҙ бит: Бөйөк Британияның дипломатик консуллыҡтары хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡа дәүләттәрҙең белдереүҙәре, Британия разведкаһы агенттарының Кәрим Хәкимовтың һәр аҙымы тураһында хәбәрҙәре, ҡулға төшөрөлгән хаттар, дипломатик ведомстволарҙың үҙ-ара яҙышҡан хаттары. Документтарҙың төп өлөшө – инглиз телендә.

СССР-ҙың ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов тураһында яңы факттар нигеҙендә тарихи документаль фильм төшөрөү күҙаллана. Уның продюсерҙары – Кәрим Хәкимовтың биографияһын өйрәнеүсе Владислав Йосопов һәм танылған рәссам Камил Буҙыҡаев.

http://www.bashinform.ru/news/1365817-federalnyy-telekanal-pokazal-dom-v-bashkirii-gde-zhil-krasnyy-pasha-karim-khakimov/                              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть