Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.69 ↑

22 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның быйылғы лауреаттарының исемдәре билдәле булды. Бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Хөкүмәте йортонда уҙҙы. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина, Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин, «Кызыл тан» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире Фәнүз Хәбибуллин һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин лайыҡлы наградалар алды.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Борис Мелкоедов лауреаттарға уларҙың көндәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин «Башинформ» агентлығына ошо награданы алыуы менән бәхетле булыуын әйтте.

«Журналист үҙенең уҡыусыһы, тамашасыһы, тыңлаусыһы алдында яуаплы булырға һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә тейеш. Беҙ мәғлүмәт технологиялары быуатында йәшәйбеҙ, бөтәһенең дә гаджеттары бар, хәҙер һәр кем социаль селтәргә төрлө мәғлүмәт һалыу мөмкинлегенә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ялған мәғлүмәттәр бик күп. Журналист дөрөҫтө һөйләргә һәм ғәҙел булырға бурыслы. Беҙҙең көсөбөҙ шунда», — тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты Рафиҡ Әхмәтшин.

«Башинформ» агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин һүҙҙәренсә, Республика көнөндә һәм Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләгән йылда республика журналистарының төп премияһын алыу – бик мәртәбәле.

«Был минең наградам ғына түгел, унда 30 йыл тиерлек иңгә-иң терәп эшләгән барлыҡ коллегаларымдың ҙур хеҙмәте. Улар – Башҡортостан радиоһы, Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Спутник ФМ» һәм «Юлдаш», һәм, әлбиттә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективтары. Мин һәр ваҡыт коллегаларымдан уңдым. Һөнәремде яратам һәм унда иң мөһиме – вазифаларына ҡарамайынса, кешеләрҙе тыңлай белеү, тәү сиратта үҙеңә ҡарата ғәҙел булыу, шул саҡта уҡыусыларың да һиңә ышана. Әлбиттә, оптимизм, юмор кәрәк, журналист һөнәрендә унһыҙ булмай», — тине Азат Ғиззәтуллин.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары алдында яҙыусының һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған яғы Күгәрсен районына барып, тантаналы сараларҙа ҡатнашыу һәм Хоҙайбирҙин ауылының Мәҙәниәт йорто янындағы паркта ағас ултыртыу бурысы тора.

http://www.bashinform.ru/news/1365333-spetskor-bashinforma-azat-gizzatullin-stal-laureatom-premii-imeni-shagita-khudayberdina/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть