Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Инвестор Өфөлә ябыҡ футбол манеждары төҙөргә ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Инвестор — «Нефтепродуктсервис» компанияһы Өфөлә яһалма япмалы ябыҡ футбол манеждары төҙөргә ниәтләй.

Мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, инвестиция проекты менән Ведомство-ара инвестиция комиссияһы ултырышында инвестор вәкиле Сергей Решетников таныштырҙы.

Аҡсаның күләме 60 миллион һум тәшкил итә. Проектты 2020-2021 йылдарҙа бойомға ашырыу күҙаллана. Инвесторҙар муниципалитеттан оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға тапшырыу өсөн коммуникациялар үткәрелгән ер участкаларын һайлауҙа ярҙам һорай.

Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, дөйөм алғанда, ошо проектты хупланы һәм футбол манеждарының береһен мотлаҡ Шакша биҫтәһендә төҙөү кәрәклеген билдәләне.

«Беҙ Өфөнөң төньяҡ өлөшөн, шул иҫәптән Шакшаны үҫтерергә тейешбеҙ», — тине Өлфәт Мостафин һәм бер ай эсендә инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуҙы ентекле әҙерләргә ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1364830-investor-planiruet-postroit-v-ufe-krytye-futbolnye-manezhi/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть