Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһы гимнын күмәкләп башҡарырға саҡырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова теләгәндәрҙе байрам open air концерты барышында Башҡортостан Республикаһы гимнын күмәкләп башҡарырға саҡырҙы.

Гимндың 25 йыллығына арналған акция Республика көнөндә, 11 октябрҙә, киске сәғәт 6-сы 30 минутта ойошторола. Флешмоб үҙәге  — «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатр («Ватан» этно-паркы). Гимнды Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, «Карауанһарай», «Премьер» төркөмдәре, Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡа ҡатнашыусылар башҡара.

Акцияға республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары халҡы, шулай уҡ Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусылар ҙа ҡушыла.

«Гимнды ике дәүләт — башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарабыҙ. «Ватан» этно-паркындағы экранда гимндың тексы күрһәтелә. Бөтәһен дә флешмобҡа саҡырабыҙ», — тине Эльвира Айытҡолова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы гимнының көйөн 1990 йылдың 11 октябренә дирижер һәм композитор Фәрит Иҙрисов яҙған. Текст авторҙары — Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Республика көнө алдынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләү һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан төрлө ойошмаларҙың вәкилдәре бүләкләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1364779-kurultay-bashkir-priglasil-na-massovoe-ispolnenie-gimna-respubliki-bashkortostan/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть