Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала 600 мең һум алған ғаиләләр исемлеге киңәйтелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда 600 мең һум күләмендә  бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә. Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләр ҡабул итә.

«Әлеге ваҡытта һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ошондай дәүләт ярҙамына хоҡуғы бар. Беҙ ошо түләүҙе алыу хоҡуғын 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә лә таратырға тәҡдим итәбеҙ. Йәштәр, ҡағиҙә булараҡ, мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа уҡый һәм ата-әсәһе ҡарамағында ҡала. Күптәре тап 23 йәшкә һөнәр үҙләштереп, үҙҙәрен тәьмин итә башлай. Шуға күрә ишле, шул иҫәптән 18-ҙән 23 йәшкәсә «балалар» тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә социаль ярҙамға мохтаж», — тип белдерҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев.

Уның һүҙҙәренсә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам суммаһы даими индексациялана, тәүҙә туғыҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде.

«Уҙған йылдың көҙөндә депутаттар аҡса алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр категорияһын киңәйтеп, законға үҙгәрештәр индерҙе, — балалар һанына талап туғыҙҙан һигеҙгә тиклем кәметелде. Хәҙер беҙ сираттағы тапҡыр ярҙам алыусылар даирәһен киңәйтергә тәҡдим итәбеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1364743-v-bashkirii-rasshiryat-perechen-semey-poluchayushchikh-600-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть